logo
МКУ “Управление культуры” городского округа
город Сибай Республики Башкортостан

Тел : 8 (34775) 2-30-90
8(34775) 2-28-97
e-mail: kultsib@mail.ru

Мин үлмәнем, башҡорттарым!

16 июндә исеме мәңге халыҡ теленән төшмәгән, ҡаһарманлығы йөрәктәрҙә һаҡланыр легендар батырыбыҙ – Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Ошо уңайҙан Сибай ҡалаһында милли батырыбыҙҙың һәйкәле янында митинг һәм сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Сарала Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Альбина Ярмуллина Салауат Юлаевтың тормош юлы тураһында һөйләне, бөгөнгө көндә милли батырыбыҙ исемен йөрөткән спорт командалары, ойошмаларҙы теләгә алып уҙҙы.
Мин үлмәнем әле, башҡорттарым,
Тере рух мин һеҙҙең йөрәктә.
Дауамы мин батыр тамырының
Күрәһегеҙ мине бишектә….
Салауат Юлай улы.