logo
МКУ “Управление культуры” городского округа
город Сибай Республики Башкортостан

Тел : 8 (34775) 2-30-90
8(34775) 2-28-97
e-mail: kultsib@mail.ru

Ҡала мәҙәниәт йорто өр яңы башҡортса шаян уйынға саҡыра

Бөгөн Сибай ҡалаһында башҡорт теленә арналған сағыу һәм мәғлүмәтле ваҡиға үтте! 💥

Ҡала мәҙәниәт йорто Сибай педагогия колледжы һәм Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттары өсөн «Аҡ май, һары май» исемле ҡыҙыҡлы уйын ойошторҙо. Был сара Башҡортостан Республикаһының бай тарихын үҙ эсенә алды, телгә һәм мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсатын ҡуйҙы.

Уйындың алып барыусыһы, Илфат Исламғолов, һәр турға айырым йәнлелек өҫтәне.
Студенттар өсөн әҙерләнгән тест һорауҙары Башҡортостандың бай тарихына арналған ине. Икенсе турҙа ҡатнашыусылар башҡорт һүҙҙәрен урыҫ теленә оҫта тәржемә иттеләр, ә өсөнсө турҙа йырҙарҙы танып, үҙҙәренең музыкаль белемдәрен һәм логикаһын күрһәттеләр.

Башҡорт телендә үткән был уйын студенттарҙың телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы, уларҙың белемдәрен тәрәнәйтте һәм күңелдәрен күтәрҙе.

Сарала ҡатнашыусы бөтә студенттарға ла ҙур рәхмәт! Һеҙ башҡорт теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге!