«Башҡорт өлгөләре» оҫталыҡ дәресе
28 март көнө моделле үҫмерҙәр китапханаһында «Башҡорт өлгөләре» оҫталыҡ дәресе үтте. Уңайлы залда йыйылған ҡатнашыусылар быуындан-быуынға тапшырылған орнаменттарҙың символикаһы һәм мәғәнәләре тураһында һөйләүҙе ҡыҙыҡһынып тыңланылар.
Китапханасы етәкселегендә оҫталыҡ дәресе ҡунаҡтары традицион башҡорт биҙәктәре менән биҙәлгән ҙур булмаған түшелдеректәр эшләй алды. Был әйберҙәр иҫтәлекле бүләк кенә түгел, башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡағылыу символына әүерелде.