Изгелек ҡылырға һуң түгел
Беҙҙең ғәҙәти тормош шулай ҡоролған: көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп, донъя тәгәрмәсендә өйөрөлөп, ҡай саҡ тирә- яғыбыҙҙа барған хәлдәргә, яныбыҙҙа йәшәгән кешеләргә баш күтәреп ҡарарға ла ваҡыт етмәй. Шуға күрә 24 февралдә Сибай ҡалаһы Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең “Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле “Нур сәсеп йәшәйек, Әл-фатиха” исемле тәрән йөкмәткеле хәйриә концерты ойоштороп, ҙур йөрәкле, изгелеккә ынтылған кешеләрҙе бар тамаша залында осраштырҙы. Сараға МХО ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, күмәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә саҡырылғайны. Ҡунаҡтарҙы сихри ҡумыҙ иленә саҡырып әсир итте, тиһәк тә хата булмаҫ.
“Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле 2000 йылдан алып эшләй. Ансамблдең төп маҡсаты-башҡорт халыҡ ижадын, халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, уларҙы тергеҙеп киләһе быуынға еткереү булғанға күрә, концерт «Ете ҡыҙ композицияһы” менән башланып, тамашасыларҙы шунда уҡ үҙенә йәлеп итте. Артабан дәртле бейеүҙәре менән Сафия Байғужина, Мәликә Байғужина, “Гөлдәр” бейеү ансамбле, “Урал батыр” эпосы менән Рушан Ханыев сығыш яһаны. Башҡорт халыҡ йырыҙарын Йәғәфәр Нәҙершин башҡарҙы. Ҡурайҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Раушан Ниязғолов, ҡумыҙҙа “Төйәләҫ” балалар ҡумыҙсылар ансамбле ҡумыҙсыһы Сабина Хажина уйнап ишеттерҙе. Йырлы күстәнәстәрен биология фәндәре докторы, академик Йәмил Төхвәт улы Һөйөндөков етәкләгән “Йәншишмә” ансамбле ҡыҙҙары һәм Хәйбулла районынан бөтә Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы конкурстары лауреаты Гөлфиә Хәлфетдинова, Зәйтүнә Йәнъюлдашева, Ләйсән һәм Гөлфирә Шариповалар бүләк итте. Эльмира Юламанова һәм Римма Аҡманова һөйләгән шиғырҙар тамашасыларҙың күңеленә үтеп инде.
“Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле башҡарыуындағы мөнәжәттәр, ретро йырҙар, ҡумыҙ сыңдары кисәбеҙ ҡунаҡтарын бер аҙға ғына булһа ла йәшлеккә алып ҡайтҡандай булды.
Тамаша залына йыйылыусылар күстәнәстәр менән һыйланып, күңелдәре булғансы бейешеп таралышты.