logo
МКУ “Управление культуры” городского округа
город Сибай Республики Башкортостан

Тел : 8 (34775) 2-30-90
8(34775) 2-28-97
e-mail: kultsib@mail.ru

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының зона этабы уҙҙы

Сибай ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының зона этабы уҙғарылды. Был киң күләмле конкурс республикабыҙҙың иң татыу, иң матур ғаиләләрен асыҡлауға булышлыҡ итә. Шулай уҡ ошо сара әхлаҡи-эстетик мәҙәниәт нигеҙҙәрен булдырыу, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу, башҡорт мәҙәниәтен, телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләләрҙе табыу, дәртләндереү маҡсатында ойошторола. Беҙҙең Сибай ҡалаһы 6-сы зона тип иғлан ителде һәм был зонаға: Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондары һәм Учалы, Сибай ҡалалары инде.
Конкурста законлы никахта торған, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төбәктәрендә йәшәгән, тап башҡорт телендә һөйләшкән ғаиләләр ҡатнашты. Улар ғаиләләрҙең ижади мөмкинлектәрен танытҡан видеороликтар әҙерләп, баһалама ағзаларына тапшырғайны.
Жюри ағзалары: Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Ишемғолова, БР-ың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһы хәкимиәтенең мәҙәниәт бүлеге идаралығы начальнигы, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы Нәҙерғолова, Сибай ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, Сибай башҡорттары Берләшмәһенең башҡарма комитеты рәйесе Альбина Ҙөфәр ҡыҙы Ярмуллина, халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге директоры Ләйлә Рамаҙан ҡыҙы Аллабердина, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технология университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы методисы, ҡаланың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты рәйесе, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Сәжидә Факил ҡыҙы Ғәниева эштәрҙе ентекле тикшереп, үҙҙәренең баһаһын бирҙе.
Сибай ҡалаһы кимәлендә уҙғарылған конкурста «Ғаилә ижады» номинацияһында беренсе урынға Сәғәҙәтовтар сыҡһа, икенсе урын Шәриповтарға бирелде. «Ғаилә кәсептәре» номинацияһында 1-се урынды Моталлаповтар, 2-се урынды Хәйбуллиндар яуланы. «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» номинацияһында беренсе урын Ғәйетбаевтар, икенсе урынды Яхиндар һәм Тотмановтар, өсөнсө урынды Вәлиуллиндар һәм Замановтар алды. Айытҡоловтар, Мырҙабаевтар, Солтанғоловтар, Йәнтилиндар, Дауытбаевтар, Ишмөхәмәтовтар һәм Ситдиҡовтар ғаиләләре конкурста ҡатнашҡандары өсөн Диплом менән бүләкләнә.

Конкурстың зона этабына һигеҙ ғаилә үтте. Улар араһында «Ғаилә ижады» номинацияһында: 1-се урынды Әбйәлил районынан Сибәғәтуллиндар һәм Сибай ҡалаһынан Сәғәҙәтовтар бүлеште. «Ғаилә кәсептәре» номинацияһында 1-се урын Сибай ҡалаһынан Моталлаповтарға һәм Йылайыр районынан Хамматовтарға бирелде, 2 – се урын Баймаҡ районынан Байегетовтар ғаиләһендә. “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре” номинацияһында 1-се урынды Бөрйән районынан Ямғырсиндар һәм Хәйбулла районынан Ҡоҙашевтар яуланы. 2-се урынға Сибай ҡалаһынан Ғәйетбаевтар сыҡты.
Шулай итеп, «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының республика этабында беренсе урынды яулаусылар ҡатнашасаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ.