“Оҫта ҡулдар”
Сибай ҡалаһы халыҡ ижады һәм ял үҙәгендә эшләп килгән “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә йөрөүсе балалар был юлы ап-аҡ ҡына ҡуяндар тегеп ҡыуанды.
Түңәрәк етәксеһе Гүзәл Сәғит ҡыҙы Ноғманова билдәләүенсә, уйынсыҡ тегеү идеяһын балалар шунда уҡ хуплаған. Әлбиттә, был эш оҙайлы, балаларҙан түҙемлек һәм ныҡышмаллыҡ талап итә. Балалар өс дәрес буйына тырышып, ниһайәт, ҡуянҡайҙарын тегеп ултыртты.
Түңәрәктә балалар буш ваҡыттарын файҙалы уҙғарһындар, эшләгән эштәре тормош-көнкүрештә ҡулланырлыҡ булһын өсөн, башҡарылаһы эштәр алдан ентекле өйрәнелә. Әйткәндәй, был юлы тегелгән йомшаҡ уйынсыҡ балаларҙы күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән һаҡлай, уларға яҡын мөнәсәбәт булдырырға, ғөмүмән, өй йылыһын тойорға ярҙам итә.
Беҙҙең үҙәктә бына ошондай оҫта ҡуллы балалар шөғөлләнә. Уларға яңынан-яңы ижади үрҙәр уҙыуҙарын теләп ҡалабыҙ.