Башҡорт теле ғорур яңғыраһын!
Халыҡтың рухи донъяһында тел төп урындарҙың береһен биләй. Ул кешенеңаңын, рухи культураһынсағылдырыусы, үҫтереүсеиңмөһимһәмуниверсальсарабулып тора. Шуныңөсөн тел ил, тыуған ер, кеүекүкбөйөктөшөнсәләррәтенәҡуйыла. Һуңғываҡыттателдеһаҡлаумәсьәләһебикактуаль. Тел яҙмышыхаҡындауйланмаған, борсолмағанәҙипбикһирәктер.
БашҡортостанБашлығыУказынаярашлы, 14 декабрҙәреспубликалаБашҡорт теле көнөбилдәләнә. Был көнгә ҡарата алдан уҡ төрлө саралар үткәрелә башланы.
12 декабрҙә Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә “Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гөлсиә Шәмситдинова Башҡорт теле байрамын үкәрҙе. Сарала Сибай гимназия-интернаты уҡыусылары ҡатнашты.
Байрам бәпәй бәпләү йолаһын күрһәтеү менән башланып китте. Әйтеп үтергә кәрәк, башҡорт халыҡ йолаларын өйрәнеү, уны тамашасыларға күрһәтеү өҫтөндә “Йәнгүҙәй” ансамбле бик ҙур эш алып бара. Тап фольклор ярҙамында телебеҙ асылы, тарихы, йәшәйешекүрһәтелә. Йолаларға таянып, киләсәк быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләү уларҙың изге бурысы.
Кисәлә шулай уҡ башҡорт халыҡ уйындары күрһәтелде. Унда уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнашты.
Артабан «Үҙ телемдә һөйләшәм» интеллектуаль уйыны ойошторолдо.Уҡыусылар ике командаға бүленеп үҙҙәрен зирәклектә һәм отҡорлоҡта һынаны. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренә торған жюри ағзалары балаларыҙың белемен, саялығын, үткерлектәрен һынап баһа бирҙе. Ярышты тамамлап, “Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамбле ағазалары балаларҙы тәмле күстәнәстәр- йыуасалар менән һыйланы.
Сараны концерт номерҙары менән «Тәлир тәнкәле» ансамбле(етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ф.Н. Таштимерова),»Миләш» халыҡ вокал ансамбле етәксеһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы Илбакова сығыш яһаны. Аккомпаниаторыбыҙ Рәсих Рәмил улы Садыков ҡумыҙҙа тәбиғәт миҙгелдәре көйҙәрен уйнап тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы.
Туған тел — беҙҙең байлығыбыҙ, яҙмышыбыҙ. Телдең дә, илдең дә йәшәүе беҙҙең ҡулда. Сараны ойоштороусыларға, унда ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.Башҡорт теле беҙҙең һәм киләсәк быуындың телендә мәңге шулай ғорур яңғыраһын!