logo
МКУ “Управление культуры” городского округа
город Сибай Республики Башкортостан

Тел : 8 (34775) 2-30-90
8(34775) 2-28-97
e-mail: kultsib@mail.ru

Встреча с Заслуженным работником культуры Республики Башкортостан Галиной Риммой Бариевной

Сибай ҡалаһының үҙәк китапханаһында әҙәби-музыкаль ҡунаҡханала матур осрашыу үтте. Шиғриәт һәм йыр-моңға тулы Рәхмәтлемен яҙмышыма” исемле сараның ҡунағы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рима Барый ҡыҙы Ғәлина булды. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы бик күп шиғырҙар һәм 50 – ләп йыравторы ла. Уның йырҙарын элекке уҡыусылары, хәҙер инде коллегалары Урғаҙа ауылы музыка мәктәбе уҡытыусылары, Сибай педагогия колледжы студенттары (етәкселәре – Сөләймәнова Д. Д.), “Талир тәңкә” фольклор төркөмө  башҡарҙы. Сибай концер-театр берекмәһенән авторҙың туғаны Мансур Хөсәйенов, элекке студенты Йәғәфәр Нәҙершин менән бергә башҡарған йырҙары яңғыраны. Ҡала мәҙәниәт идаралығы исеменән Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Иҙрисова Г. Ю. рәхмәт хаты тапшырҙы һәм шиғырын уҡып ишеттерҙе. Балалары, элекке коллегалары һәм студенттары ихлас теләктәр әйтеп, рәхмәт һүҙҙәре еткерҙеләр.

В центральной городской библиотеке прошла встреча с Заслуженным работником культуры Башкортостан Галиной Риммой Бариевной. В литературно-музыкальной гостиной собрались любители поэзии и музыки. Ветеран педагог, автор стихов и песен работала преподавателем музыкальных дисциплин в Сибайском педагогическом колледже. Её песни исполнили преподаватели музыкальной школы с. Ургаза, студенты Сибайского педагогического колледжа (Сулейманова Д.Д.) и фольклорный ансамбль«Талир тәңкә». Прозвучали песни в исполнении автора в дуэте с солистом Сибайского концертно-театрального объединения Ягафаром Надршиным и музыкантом Мансуром Хусаиновым. Благодарственное письмо Управления культуры вручила директор МБУК “Сибайская ЦБС”  Идрисова Г.Ю. Дети, бывшие коллеги и студенты выразили слова благодарности, добрые пожелания.

ФОТОГРАФИИ