logo
МКУ “Управление культуры” городского округа
город Сибай Республики Башкортостан

Тел : 8 (34775) 2-30-90
8(34775) 2-28-97
e-mail: kultsib@mail.ru

“Башҡортостан”дар – Сибайҙа

Кисә Рамазан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейында, Сибай тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында осрашыуҙар үтте.

“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Сибай ҡалаһында осрашыуҙарын дауам итә. Кисә ҡаланың Рамазан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейында һәм Сибай тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында осрашыуҙар үтһә, бөгөн иһә баш ҡала ҡунаҡтары Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында студенттар менән осраша.

Рамазан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы – ҡалала ғына түгел, республикала иң алдынғы мәктәптәрҙең береһе. Башҡорт лицейы – милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәренә, тәрбиә традицияларына таянып, замандан артта ҡалмай гөрләп эшләгән белем усағы. Лицейҙа абруйлы, үҙ фәнен төплө белгән тәжрибәле педагогтар эшләй. Улар балаларға белем биреү менән генә сикләнмәй, аң-белем даирәһен байытыу, спортҡа ылыҡтырыу, тормош тигән оло юлға әҙерләү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Мәктәп директоры Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина тырыш­лығы, алдынғы ҡарашы менән ли­цейҙа уңышлы эштәр башҡарыла, төрлө йүнәлештә бихисап еңеүҙәр яулана.

Милли мәктәп Сибай ҡалаһы өсөн генә түгел, тотош Урал аръяғы төбәге өсөн рухи мәккә кеүек, сөнки бында яҙыусылар менән осрашыу­ҙар булһынмы, төрлө саралар үтһенме, төбәк-ара ярыштар тиһең­ме, милли матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештәр, үҙ-ара хеҙмәттәшлек дауам итһенме – һәр береһенә лицейҙың ишеге асыҡ, ул һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Әйткәндәй, мәктәп коллективы – ҡалала “Башҡортостан” гәзитенә тотош коллектив менән яҙылған берҙән-бер белем усағы ла.

“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов осрашыуҙа гәзит менән оҙаҡ йылдар дауамында хеҙмәттәшлек иткән, уны алдырыуҙа һәм таратыуҙа үҙ өлөшөн индергән бер төркөм башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сарала “Башҡортостан” гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләгән, матбуғат ветераны Шәйхеислам Айсыуаҡовтың ҡатыны, мәғариф ветераны Рәсимә Айсыуаҡованың ҡатнашыуы ла оло мәртәбә өҫтәне. Уҡытыусы һәм остаз йылында тәжрибәле уҡытыусының әйтер һүҙҙәре, теләктәре күп ине.

Артабан осрашыу ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында дауам итте. Китапхана мөдире Рәйсә Ҡунаева кисәне юғары кимәлдә үткәрҙе. Сарала Таулы ҡасабаһындағы 4-се модель китапхана янындағы “Таулы ынйылары”, Сибай ҡала үҙәк китапханаһы янында эшләгән “Ынйылар” ижадсылар, “Илһам” һәм “Күңел утрауы” клубында шөғөлләнгән инәй-апайҙар үҙҙәренең йыр-моңдарын бүләк итте, шиғри күстәнәстәрен “ауыҙ иттерҙе”. Шулай уҡ “Миләш” халыҡ вокал ансамбленең йырҙары барыһының да күңеленә хуш килде.

Ике яҡлы һөйләшеүҙә матбуғаттың бөгөнгө хәле, милли баҫмаларға яҙылыу барышы, гәзит биттәрендә донъя күргән мәҡәләләр тураһында фекер алышынды, тәҡдим һәм фекерҙәр яңғыраны, һорауҙарға яуап бирелде. Бигерәк тә гәзитте алдырыусыларҙы почтаның тейешенсә эшләмәүе, гәзит-журналдарҙың ваҡытында таратылмауы ныҡ борсоно.

“Гәзиткә яҙылып та уны ваҡытында алмау, таратмауҙары күп уҡыусыларҙы юғалтырға мәжбүр итә. Шуға күрә был һорауҙы тейешле урындарҙа күтәрергә тура киләсәк”, – тине “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Ғәйфулла улы.

Кәримә Усманова