logo
МКУ “Управление культуры” городского округа
город Сибай Республики Башкортостан

Тел : 8 (34775) 2-30-90
8(34775) 2-28-97
e-mail: kultsib@mail.ru

«Кәкүк сәйе»

Һаумы, кәкүк ҡошҡайым,
Ҡасан килдең, дуҫҡайым?
Емештәрең бик тәмле,
Моңло ла тауышҡайың.
Тыңла кәкүк тауышын,
Әйтер ғүмер ағышын,
Әйтер үҙе һағышын,
Уйландырыр яҙмышың.
30- сы май көнөндә Төйәләҫ ауылы библиотека –филиалы мөдире Бикҡолова Лариса Мөбәрәк ҡыҙы Ағинәйҙәр менән бергәләп халҡыбыҙҙың онотолоп барған ғөрөф- ғәҙҙәттәренең береһе «Кәкүк сәйе» сараһын уткәрҙеләр.
Ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң был байрам? Борон-борондан башҡорттар ҡош-ҡортҡа табынып йәшәгәндәр. Кәкүк-халҡыбыҙҙың әкиәттәрендә ҡошҡа әйләнгән әсәне, үҙ һөйгәненә тоғро ҡалған ҡыҙҙы сағылдырған. Кәкук сәйе матур үтһә йәйебеҙ йәмле килер, тигән боронғолар. Йола буйынса ағас төбөнә кәкүк өсөн һөт һәм ҡатыҡ ҡойоп ултыртып, матур теләктәр теләгәндән һуң,онотолоп барған халыҡ уйындары ойошторолдо. «Ат сабышыу»(тал сыбығына атланып йүгереләр), «Аҡ тирәк-күк тирәк»,тоҡ кейеп ярышыу уйындары балаларға ла,ололарға бик хуш килде.