logo
МКУ “Управление культуры” городского округа
город Сибай Республики Башкортостан

Тел : 8 (34775) 2-30-90
8(34775) 2-28-97
e-mail: kultsib@mail.ru

Сибайҙарҙың моң сулпыһы

Сибай – Урал аръяғының йөҙөк ҡашы, мәҙәниәт усағының ҡояшы ул. Исеменән дә, есеменән дә моң сайпылған ҡаланы, хаҡлы рәүештә, борондан килгән йолаларҙы, йыр-моңдо түкмәй-сәсмәй һаҡлаусы, быуындар бәйләнешен өҙмәй, халыҡ ынйыларын тағы ла нурлыраҡ балҡытыусы милли гәүһәребеҙ тип атарға мөмкин. Дәртле, сая, ирәбе сибайҙарҙы сит яҡта ла беләләр, үҙ итәләр, көтөп алалар.

Ысынлап та, үҙ эшенә мөкиббән, асыҡ күңелле, йыр-моңға ғашиҡ, егәрле кешеләр йәшәй бында. Сибай ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Элиза Ғүмәр ҡыҙы Кирәева әйтеүенсә, 2022 йыл ябай булмаған. Шуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙ иңдәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәгән, Мәҙәни мираҫ йылына арналған мәртәбәле саралар ҡала кимәлендә күп уҙғарылған. «Халыҡты йыр-моңға, аң-белемгә, ижадҡа, китапҡа ылыҡтырыу буйынса үткән йыл айырыуса әһәмиәтле булды, – ти ул, әңгәмәбеҙҙе башлап. – Ағымдағы йылда ҡаланың рухи тормошон иһә Сибайҙың бренды булған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара «Ирәндек моңдары» бәйгеһе биҙәйәсәк. 16-сы тапҡыр үткәреләсәк мәртәбәле конкурс бөтә республиканың, хатта илебеҙҙең төрлө төбәктәренән һәүәҫкәр һәм профессиональ йыр башҡарыу­сыларҙы йыясаҡ. Сибай ҡалаһында төрлө ведомствоға буйһонған мәҙәниәт учреждениелары эшләй: Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Сибай концерт-театр берекмәһе, Сибай сәнғәт колледжы һәм Өфө урта махсус музыка колледжының Сибай филиалы – республика ҡарамағында. Ә Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге, ҡаланың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре (уға ун филиал инә, алтыһы – модель китапхана), Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, балаларҙың сәнғәт, һынлы сәнғәт, музыка мәктәптәре, мәҙәниәт һәм ял паркы – ҡала хакимиәте иҫәбендә».
   

Сибайҙар балалар һәләтен үҫтереүгә, киләсәк быуынды ҡайғыртыуға күп көс һала. Быны бәләкәй ҡалала бер түгел, өс сәнғәт мәктәбенең эшләүе лә раҫлай. 1992 йылда асылған балалар сәнғәт мәктәбен 17 йыл дауамында мәғариф алдынғыһы Гүзәл Шәкирйән ҡыҙы Баянова етәкләй. Бөгөн мәктәптә «Фортепиано», «Вокал», «Халыҡ музыка ҡоралдары», «Фольклор», «Театр», «Бейеү» йүнәлештәре буйынса өҫтәмә белем бирелә. Шулай уҡ инклюзив уҡытыу эшенә лә иғтибар ҙур. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә уҡыу йортона яңы фортепиано, думбыра, баян, гитара, интерактив таҡта алынған. Сәнғәт мәктәбендә 458 бала уҡый. Уларға юғары һәм беренсе категориялы 21 уҡытыусы белем бирә, һигеҙ кеше административ вазифа башҡара. Үҙ теген цехы, тауыш яҙҙырыу студияһы, виртуаль концерт залы бар. 2022 йыл балалар сәнғәт мәктәбе өсөн ваҡиғаларға бай булған. «Мәктәптең 30 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҙур концерт ойошторолдо, китап баҫтырылды, балалар өсөн йәйге профилле лагерь эшләне, уҡыусылар, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, юғары урындар алыуға өлгәште», – ти Гүзәл Шәкирйән ҡыҙы. Рәсәй Федерацияһы Президенты грантының «Мәҙәни код» йүнәлешендә «Барыһы ла – һинең ҡулда» проекты менән еңеү яулап, Сибай балалар сәнғәт мәктәбе балсыҡтан әүәләү оҫтаханаһын да булдырған.
Гүзәл Шәкирйән ҡыҙы тормош иптәше Иршат Юлай улы менән Данияр һәм Тимерхан исемле уландар тәрбиәләй. Буш ваҡытында һүрәт төшөрөргә, балалар өсөн йырҙар ижад итергә ярата. «Күңелдәрҙән моң тама», «Башҡортостан – мин, һин, ул!», Әлнисә Алдырханованың «Өләсәйем һандығы» исемле китаптарында балалар өсөн яҙылған йырҙары тупланған. «Яҙ һулышы», «Халыҡ батырлығы быуаттарҙа йәшәй» («Подвигу народа жить в веках») конкурс­тарын баһалауҙа ҡатнашһа, «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһында әүҙем ойоштороусыларҙың береһе ул. Ә яңыраҡ Гүзәл Шәкирйән ҡыҙы «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем алып, эшенең емешен татып һөйөнгән.Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илүзә Йыһанур ҡыҙы Хоҙайғолова Балалар музыка мәктәбен 2009 йылдан етәкләй. Ошо белем усағында үҙе ҡанат нығытҡан ханым янына балаларҙың музыкаль һәләтен күрә, аса, үҫтерә белгән тәжрибәле коллектив туплаған. Һәр ҡайһыһы – һөнәрен яратҡан, талапсан хеҙмәткәр. Тормошон киләсәк быуынға белем биреүгә арнаған, фортепианола оҫта уйнаған ижадкәр Илүзә Йыһанур ҡыҙы – ҡаланың йөҙөн билдәләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Буш ваҡытын әүҙем ял итеүгә бағышлай ул, туризм күңеленә яҡын, Башҡортостан йылғалары буйлап һалда ағып төшөүгә өҫтөнлөк бирә.
Флорида Фиолит ҡыҙы Ҡәҙерғолова 2015 йылдан алып Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбе директоры вазифаһын башҡара. Тормош һынауҙарын аҙ кисермәгән Флорида Фиолит ҡыҙы яратҡан һөнәренән йәм-тәм табып, күңел һалып, ең һыҙғанып эшләй. Һәләтле балаларҙы үҫтереүгә күп көс түккән етәксе яңы, матур бинала зауыҡлы, бай күргәҙмәләр ойоштороп, Рәсәй кимәлендә ҙур еңеүҙәргә лә өлгәшкән. Ире Марат Юлай улы менән 20 йылдан ашыу донъя көтәләр, Кәрим һәм Нәйлә исемле ике балаға ғүмер бүләк иткәндәр.
Уңған ҡатын ғаиләһен тәмле-татлы бешереп һыйларға ярата. Ҡышҡы оҙон кистәрен иһә китап уҡып ҡыҫҡарта. «Һәр яҙма фекерләүгә этәрә һәм мейене эшләтә. Хәҙерге заманда китап уҡыусылар һаны ҡырҡа кәмеһә лә, китап үҙ әһәмиәтен юғалтмай, тип иҫәпләй эшлекле ханым. Уның күңеленә классик әҙәбиәт һәм тарихи яҙмалар яҡын.
– Сибай ҡалаһы Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһында 2005 йылдан эш башланым, ә директор йөгөн 2011 йылдан алып тартам, – ти тағы ла бер рухлы етәкселәрҙең береһе Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы Нәҙерғолова. Тормош иптәше, сәнғәт мәктәбендә балаларға ҡурай серҙәрен өйрәткән Илмир Амур улы менән 20 йыл бергә донъя көтөп, өс баһадир ул үҫтерә ижади ғаилә. «Ял көндәрен ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағында үткәрергә тырышабыҙ. Төп эшемдән тыш, «Миләш» халыҡ вокаль ансамблендә шөғөлләнәм, өйҙә бешеренергә, ҡул эштәре менән булышырға, башҡорт нәфис әҙәбиәтен уҡырға яратам», – ти һылыуҡай. Һәр етәксе ғаиләлә, иң беренсе нәүбәттә, гүзәл ҡатын, наҙлы әсә булып ҡала барыбер.
Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы хаҡында яҡташтары: «Һәр мәҙәни сараның сағыу биҙәге булған ижади шәхес ул», – ти.
Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, тарих фәндәре кандидаты Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллинаны белмәгәндәр һирәктер. Үҙ эшен юғары оҫталыҡ менән башҡарған, ғилми фекерле, алдынғы ҡарашлы, бар ергә лә өлгөр ханымдан сибайҙар уңған. Ул килеү менән Сибай музейының өр-яңы һулышы асылды, тиергә мөмкин. Тынғыһыҙ, эҙләнеүсән етәксе яңынан-яңы күргәҙмәләр, фәнни форумдар, төрлө саралар уҙғара. Тормош иптәше Хәсән Шәкирйән улы менән бөркөттәре – Иҙелбайҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәй улар. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, «ГазпромдобычаЯмбург» ойошмаһында белгес булып эшләгән егет Әлшәй һылыуы Алина Рәил ҡыҙы менән ғаилә ҡорған. Киң эрудициялы Альбина Зөфәр ҡыҙының яратҡан шөғөлдәренең береһе – китап уҡыу һәм волейбол уйнау.
«Сибай ҡалаһының тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы – төбәктә генә түгел, республика кимәлендә лә иң яҡшылар рәтендә. Уҙған йыл беҙҙең өсөн бай һәм уңышлы булды. Мәҙәни мираҫ йылында Рәсәйҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Ырымбур дәүләт аграр университетының этнография музейы, «Ағиҙел» художество кәсептәр дәүләт унитар предприятиеһы менән күргәҙмә проекттары ойошторҙоҡ. Сибай музейы фондынан «Мираҫ» исемле күргәҙмәне Силәбе өлкәһендә, Ханты-Манси автономиялы округында, 2023 йылда Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәүселәр ҡарап ҡыуанды. Рәсәй музей фондының дәүләт каталогына 7066 предмет индерелде. Музейға 26000-дән ашыу кеше килде, 172 экскурсия үткәрелде, 21 күргәҙмә һәм унан ситтә 16 күргәҙмә проекты асылды, – ти етәксе музей эшмәкәрлеге хаҡында. – «Сибай музейының тыуған яҡты өйрәнеү яҙмалары»ның 9-сы сығарылышы донъя күрҙе, ул республикала тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге берҙән-бер музей баҫмаһы булып тора. Музейыбыҙ Башҡортостанда «Мәктәп туризмы» проектында ҡатнашты, Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр Һәм Ейәнсура ра­йондарынан 400-ҙән ашыу баланы ҡабул иттек. «Пушкин картаһы» буйынса 2,4 меңдән ашыу билет һатылды. Һуңғы йылдарҙа «Аҫалы балаҫ», «Самауыр ғаиләһе», «Тәмле» исемле конкурс-күргәҙмәләр йәнле үтә», – ти Альбина Зөфәр ҡыҙы.
Шулай уҡ Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһын телгә алып китмәү мөмкин түгел. 2018 йылдан уны абруйлы Баймаҡ ҡыҙы Минзәлиә Самат ҡыҙы Хәмитова етәкләй. 2022 йыл китапханалар өсөн бик әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булған. Үҫмерҙәр модель китапханаһы «Йәш әҙәбиәтселәр акселераторы» проектын тормошҡа ашырыуҙы тамамлаған. «2022 йылдың апрелендә уҙған йомғаҡлау семинарында проектта ҡатнашыусылар үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙы, уларҙың иң яҡшылары «Бәхетле бала саҡ» тип аталған айырым китап итеп сығарылды», – ти Минзәлиә Самат ҡыҙы. 2022 йылда Сибай ҡалаһы ойошмаһы «Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте» менән берлектә әҙерләнгән «Донъяға тәҙрә» социаль проекты Президент гранттары Фонды иғлан иткән конкурста еңеүсе булды. 5-се китапхана-филиал базаһында тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә күреү һәләте буйынса инвалидтар өсөн объекттар һәм хеҙмәттәр менән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән бер нисә сара үткәрелде. Китапханала махсус ҡорамалдар һәм приборҙар ҡуйыу, һуҡырҙарҙы, насар күреүселәрҙе Брайль системаһы буйынса уҡыу техникаһына һәм компьютер белеменә өйрәтеү – был саралар уларға йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе һәм кәрәкле мәғлүмәт хеҙмәттәре күләмен алырға булышлыҡ итте. Сентябрҙә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн Сибай коррекция мәктәбе менән берлектә хоҡуҡи мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре ойошторған «Китапхана ирекмәне» проекты старт алды. Проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә эш алып барыла, һәм ул 2023 йылда ла дауам итәсәк.
Быйыл тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы нигеҙендә, «Башланғыс» гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма менән берлектә әҙерләнгән «БиблиоТирмә» проекты Президент гранттары фонды конкурсында еңде. Проектты ғәмәлгә ашырыу 2023 йылдың 1 сентябренән башлана һәм 2024 йылдың мартына тиклем дауам итә. Уның һөҙөмтәһендә «Сәсән тирмәһе» мөйөшө «БиблиоТирмә» экспозицияһы рәүешендә реконструкциялана. Был проект башҡорт халҡының йолаларын, көнкүрешен һәм мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға өлөш индерәсәк.
Учреждениеның өс рәсми сайты һәм 17 онлайн-майҙансығы эшләй. Бөтә сайттар аша Үҙәк китапхана системаһы каталогына инеү ойошторолған.
Минзәлиә ханымдың тормош иптәше Илдар Олег улы ҡотҡарыу отряды начальнигы булып хеҙмәт итә. Күркәм ғаилә ике бала тәрбиәләй. 20 йәшлек улдары Өфө Фән һәм технологиялар университетында өсөнсө курста белем алһа, ҡыҙҙарына – 15 йәш.
«Йәшләй генә мәҙәниәт өлкәһе арбаһына егелеп, ул йөктө арымай-талмай тартҡан, бөтә булмышын, ғүмерен мәҙәниәткә арнаған, олоһо һәм кесеһе өсөн дә үҙ кешеһенә әүерелгән Сажиҙә Факил ҡыҙы Ғәниева тик һоҡланыу, оло хөрмәт тойғоһо уята», – ти хеҙмәттәше хаҡында Элиза Ғүмәр ҡыҙы. Ысынлап та, тура һүҙле, талапсан, шул уҡ ваҡытта ярҙамсыл, һиҙгер йөрәкле нескә психолог та булған Сажиҙә ханымды Сибайҙа белмәгән кеше юҡтыр. Таң һарыһынан эшкә йүгереп, мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап, көн ярты төнгә ауышҡанда ҡайтып ингән хәләл ефетен аңлаусы Ғәбит ағай – Сажиҙә ханымдың төп терәге, күңелдәше. Татыу ояла ике ул ҡанат осорған. Бөгөн бәхетле өләсәй һәм ҡартатай оҙаҡ көтөп алынған һөйөү емеше – Камилә ейәнсәрҙәренең наҙына төрөнөп йәшәй. «Сажиҙә Факил ҡыҙы – алыштырғыһыҙ уң ҡулым, – тип һоҡланыуын белдерә етәксе һәм башҡа ярҙамсылары тураһында ҡанатланып һөйләй. – Мәҙәниәт бүлегендә оҙаҡ йылдар эшләгән, тоғро ярҙамсыбыҙ булған сәркәтибебеҙ Светлана Георгиевнаны телгә алып китмәү яҙыҡ булыр. Ипле, аҡыллы, белемле, ике ул үҫтергән Светланабыҙҙы хаҡлы ялға сыҡһа ла, ебәрмәйбеҙ, сөнки унһыҙ бер эште лә күҙ алдына килтереп булмай. Шулай уҡ йәш, ижади ҡарашлы, моңло тауышлы Гөлгөнә Тләүсина, беҙҙең өлкәлә яңыраҡ ҡына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, отҡор һәм тырыш, заман технологиялары буйынса шәп белгес булараҡ, социаль селтәрҙәрҙә эшебеҙҙе алып бара. Тормош иптәше менән бик матур ғаилә ҡорҙолар, ике ул үҫтерәләр».
Мәҙәниәт, әҙәбиәт усағында кес кенә сағынан ҡайнап үҫкән Элиза Ғүмәр ҡыҙы Кирәеваның үҙ тормошон да ошо өлкә менән бәйләүе һис тә осраҡлы түгел. Әсәһе, абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, Баймаҡ ҡалаһында оҙаҡ йылдар китапхана директоры булып эшләгән Луиза Дәүләтшина йортонан яҙыусылар, сәнғәт кешеләре өҙөлмәй. Донъяһын ялт итеп тотҡан, көн оҙоно осрашыуҙар, төрлө саралар үткәреп, төндә иһә ғаиләһенә ашарға бешерергә өлгөргән уңған әсәһенең халыҡ өсөн янып эшләүгә һәләте ҡыҙына ла күскән. «Һуғыш ветерандары булған ике ҡартатайым да халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы, ҡурайҙа уйнаны», – тип хәтерләй ул. Ҡартәсәһе Хәмиҙәнең тәрбиә орлоҡтарын күңеленә һалып үҫкән, Сибай институтын тамамлаған тырыш ҡыҙ ошо уҡ уҡыу йортонда хеҙмәт юлын башлай. Белем усағында төрлө хеҙмәт баҫҡыстары үтә ул. «Эште урын-еренә еткерергә өйрәткән институт директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовҡа оло рәхмәтлемен. Етәксе булараҡ, халыҡ менән эшләү һабағын мин тап унан алдым», – ти Элиза Ғүмәр ҡыҙы. Халыҡ ял үҙәгендә, һуңынан – балалар ял үҙәгендә етәксе булып ең һыҙғанып эшләгәндән һуң, Элиза Ғүмәр ҡыҙын Сибай ҡалаһының мәҙәниәт идаралығы начальнигы итеп үрләтәләр. Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң ҙур бәхет, мөһим ғәмәл – әсә булыу, тип йылмая ул. Шуға ла хеҙмәткәрҙәренең хәлен аңлай үҙе лә Элина исемле матур ҡыҙ үҫтергән ҡатын. Ғаиләнең төп ҡыуанысы булған күҙ нурҙары 2-се синыфта уҡый, шулай уҡ музыка мәктәбендә шөғөлләнә, фортепианола уйнай, матур итеп бейей ҙә.
Ҡатын-ҡыҙ һәм мәҙәниәт. Был ике төшөнсә, ысынлап та, бер-береһенән айырылғыһыҙ. Мәҙәниәтебеҙ йөҙөн бар яҡтан да дан булған гүзәл заттарыбыҙ биҙәй. Беҙ быны сибайҙарҙың аҫыл өлгөһөндә лә күрҙек, тойҙоҡ һәм һоҡландыҡ.

Автор:Айзилә Мортаева

Сибай ҡалаһы.