“Тыуған яҡты өйрәнеү”
Борон – борондан милли кейем нәҫел¬дән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һанала. Улар әле лә үҙҙәренең матур-лығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.
Республикабыҙҙа иһә 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Милли кейем көнө билдәләнә. Милли кейем көнө – ата-баба¬ларҙан ҡалған рухи мираҫҡа, халыҡтарҙың тарихына тағы бер ентекләберәк күҙ һалыу өсөн матур сәбәп тә. Ошо көндә ойошто¬ролған ҡыҙыҡлы, күркәм саралар аша үҫеп килгән быуын да халыҡ мәҙәниәтенең иф¬рат ҡәҙерле, баһалы, аҫыл төшөнсә икә¬ненә төшөнә, унда тарихи үткәндәргә ҡа¬рата ҡыҙыҡһыныу көсәйә.
Беҙҙең музейҙа ла был йәһәттән төрлө эштәр башҡарыла. Милли кейедәр көнөнә ҡарата, аҙна барышында Р.Өмөтбаев исемендәге 13-сө башҡорт лицейының “Тыуған яҡты өйрәнеү” түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр музейға килеп этнография залы менән танышып ҡайтты. Бөгөнгө байрам көнөндә, музей хеҙмәткәрҙәре А.И.Ниғәмәтова һәм Р.Н.Теүәлбаева үҙҙәре уларға барып, 3-сө класс өсөн “Өләсәйем һандығы”н күрһәтте. Дәрес барышында улар Р.Н.Теүәлбаеваның һорауҙарына яуап биреп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары менән бер рәттән ир-егеттәрҙең дә боронғо өҫ кейемдәрен ҡыҙыҡһынып ҡарап, улар тураһында һөйләгәндәрҙе иғтибар менән тыңланы.
Киләсәктә, милли кейемдәргә булған ихтирам, йылы ҡараш арта барыуын, балаларыбыҙҙың рухлы булып үҫеүен теләйбеҙ.
#милликейемкөнө2025 #деньнациональнойодежды2025 #Сибаймилликейемдә #сибаймузейы #сибайскиймузей